– Беҙ үҙебеҙҙең дуҫ команда менән беренсе көндә үк һайлауға барҙыҡ. Һайлау участкаһында байрам кеүек булды. Ата-әсәйҙәр менән һайлауға йөрөгән бала саҡты иҫкә төшөрҙәк, – ти БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова. Ул шулай уҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең вәкилдәренең һайлауҙарҙа бик матур ҡатнашыуын билдәләп үтте.
– Беҙҙең өсөн был көн бик мөһим, сөнки беҙҙең төбәктең генә түгел, тотош Рәсәйҙең яҙмышы хәл ителә. Бөгөн башҡа төбәктәрҙә лә һайлауҙар үтә. Беҙҙең республика күп милләтле, беҙ бер ғаилә булып эшләйбеҙ, аралашабыҙ, етәкселектең ярҙамын тоябыҙ, – ти сыуаш халҡының йолаларын, телен һаҡлап алыу һәм үҫтереү буйынса “Канаш” ойошмаһы рәйесе Ирина Сухарева.
Дағстан милли мәҙениәтенең Башҡортостан республикаһындағы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Магомедхәбиб Солтанмагомедов һайлауҙарҙан бик ыңғай тәьҫораттар алыуын биләдләне.
– Республика Башлығы вазифаһына кандидаттар – Башҡортостандың 4 миллионлы халҡы өсөн яуаплылыҡ алырға әҙер булған бик ҡыйыу кешеләр. Һайлауҙар байрамса үтте, беҙҙең участкала Премьер-министр ҙа тауыш бирҙе. Беҙ үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек, – тине Дағстан берекмәһе вәкиле.
Фото:Башинформ.