Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2024, 03:00

Лукашенконан “Йәшлек” салаты

Белоруссия башлығы Александр Лукашенко ошо салатты әҙерләп, беҙҙең Президент Владимир Путинды һыйлаған. Улар юҡ нәмә ашамаҫ, бына рецебы, эшләп ҡарайыҡ әле.

Лукашенконан “Йәшлек” салатыЛукашенконан “Йәшлек” салаты
Лукашенконан “Йәшлек” салаты

Әйткәндәй, салаттың икенсе атамаһы ла бар – “Антиковидный”. Йәғни, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы. Шулай булғас, был ризыҡ ысынлап та шәп.

Ике порцияға өс ҡыяр, 150 г йәшел һуған, 100 г ҡаймаҡ, ике йомортҡа, бер балғалаҡ тоҙ кәрәк.

Йомортҡаларҙы алдан бешереп, һыуытырға.

Йәшел һуғанды турап, тәрән һауытҡа һалырға. Тоҙларға. Был салатҡа диңгеҙ тоҙо һәйбәт була, тиҙәр. Шунан һуғанды ағас иҙгес менән иҙергә. Һуты сыҡһын.

Ҡыярҙы йыуып, эре ҡырғыста ҡырырға. Корей кишере яһай торған ҡырғыста ла мөмкин. Шунан һуғанға ҡушырға ла, ҡаймаҡ өҫтәп, бутарға. 20 процентлыҡ магазин ҡаймағы яҡшыраҡ (Президент ауыл ҡаймағын ҡайҙан алһын?).

Бешкән йомортҡаларҙы ла ваҡлап турап (йә ҡырып), салатҡа ҡушырға. Был файҙалы салатты яһағас та ашарға кәрәк. Хәйер, бер ни тиклем ултырһа ла, витаминдары сығып осмай. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас