Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентября 2024, 06:45

Инвалидтарға һайлауҙа ҡатнашыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған

Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары һөйләне. 

Инвалидтарға һайлауҙа ҡатнашыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырылғанИнвалидтарға һайлауҙа ҡатнашыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған
Инвалидтарға һайлауҙа ҡатнашыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған

 

    — Республикала 18 йәштән оло 225 мең сәләмәтлектәре мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр иҫәпләнә. Атап әйткәндә, 13 мең инвалид ишетеү, 8 меңе – күреү  һәм 19 меңенең хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән.  Һәм ҡалғандары дөйөм ауырыуҙар буйынса инвалидтар иҫәбенә инә.  Уларҙың барыһының да һайлау хоҡуғы бар. Республикабыҙҙа сәләмтәлектәре сикләнгән кешеләргә һайлауҙа ҡатнашыу өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырылған. Мәҫәлән, махсус һайлау участкалары  беренсе ҡатта урынлашҡан. Уларҙың һәр береһендә пандус ҡуйылған.  Бынан тыш, кәрәк булған персоналды саҡыртыу өсөн махсус кнопкалар урынлаштырылған. Ниндәйҙер һорау килеп тыуһа, һайлаусы ошо кнопка менән файҙалана ала, — тине ул. 

Фото:Автор фотоһы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас