Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентября 2024, 06:10

Башҡортостан - һауыҡтырыу туризмы буйынса беренсе

Республикабыҙ шифаханалары ағымдағы йылдың тәүге яртыһында, 3,28 миллиард һум килем алған. Был, үткән йылғы шул осор менән сағыштырғанда, 18 процентҡа күберәк. Беҙ әлеге күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында лидер булып торабыҙ. Күп туристы нәҡ файҙалы, заманса шифаханаларыбыҙ йәлеп итә.

Башҡортостан - һауыҡтырыу туризмы буйынса беренсеБашҡортостан - һауыҡтырыу туризмы буйынса беренсе
Башҡортостан - һауыҡтырыу туризмы буйынса беренсе

БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, республика шифаханалары юллама хаҡтарын да кешегә ылыҡтырғыс итеп көйләй. Мәҫәлән, "Йәшел сауҡалыҡ"та бер көнгә койка-урынға иң түбән хаҡ 2000 һумдан саҡ ҡына ҡиммәтерәк булһа, уртаса хаҡ 4000 һум самаһы.

Башҡортостандың һәр шифаханаһының үҙ йүнәлеше, һауыҡтырыу мөмкинлектәре. Беҙҙә иң ҙур шифахана - "Янғантау", унда 750 урын. Иң бәләкәйе - "Талҡаҫ", 178 урын.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас