Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2024, 08:48

Һайлаусыларҙың 59 проценты тауыш биргән

БР Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса 8 сентябргә көндөҙгө сәғәт 12-гә республикала   1 758 201 кеше тауыш биргән.  Ул һайлау исемлегенә ингән һайлаусыларҙың    59,08 проценты. 

Һайлаусыларҙың 59 проценты тауыш биргәнҺайлаусыларҙың 59 проценты тауыш биргән
Һайлаусыларҙың 59 проценты тауыш биргән

 Белеүегеҙсә, бөгөн һайлауҙың һуңғы көнө.  Иртәнге сәғәт 8-ҙә республикала  3 меңдән ашыу һайлау участкаһы эщләй башланы һәм уларҙа киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш бирергә  мөмкин. 

Шулай уҡ һайлаусылар өсөн ҡыҙыу линия телефоны эшләй: 8-800-347-54-54.

Өс көн дауамында “Рәхмәт” акцияһы сиктәрендә һайлаусылар араһында 330 бүләк уйнатыла.  Улар иҫәбендә фатир, автомобиль һәм шифаханаларға путевкалар.

Фото: Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас