Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2024, 11:20

Республикала һайлаусыларҙың 41 проценттан ашыуы тауыш биргән

Һайлауҙың икенсе көнөндә, 7 сентябрҙә, төшкө сәғәт 3-кә сәғәткә ҡарата, төбәк һайлаусыларының 41 проценттан ашыуы тауыш биргән. Был хаҡта Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.

Республикала һайлаусыларҙың 41 проценттан ашыуы тауыш биргәнРеспубликала һайлаусыларҙың 41 проценттан ашыуы тауыш биргән
Республикала һайлаусыларҙың 41 проценттан ашыуы тауыш биргән

- Һайлаусылар исемлегенә 2 970 400 һайлаусы индерелгән, уларҙан 1 232 409 кеше тауыш биргән, был 41,49 процент тәшкил итә. Республиканың баш ҡалаһында әүҙемлек 41,2 процентҡа етте. Ҡалаларҙа, Өфөнән тыш, уртаса тауыш биреү 32,3 процент тәшкил итте, райондар буйынса уртаса 43,69 процент.
Спикер һүҙҙәренсә, лидерҙар - Асҡын, Балтас һәм Благовар райондары, унда тауыш биреү 60 проценттан ашыу тәшкил иткән. Ағиҙел, Күмертау, Салауат ҡалалары араһында - 40 проценттан ашыу. Өфөнөң Ленин һәм Киров райондарында һайлаусыларҙың 42 проценттан ашыуы тауыш биргән.

Мәскәүҙәге экстерриториаль участкала 134 һайлаусы үҙ тауышын биргән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас