Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентября 2024, 11:46

"Рәхмәт - 2024" акцияһының өсөнсө отошо һөҙөмтәләре билдәле булды

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә «Рәхмәт-2024» акцияһының өсөнсө уйыны йомғаҡтары тураһында һөйләнеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Башҡортостанда берҙәм тауыш биреү көнөн уҙғарыу сиктәрендә уҙа.

"Рәхмәт - 2024" акцияһының өсөнсө отошо һөҙөмтәләре билдәле булды"Рәхмәт - 2024" акцияһының өсөнсө отошо һөҙөмтәләре билдәле булды
"Рәхмәт - 2024" акцияһының өсөнсө отошо һөҙөмтәләре билдәле булды

- Беҙҙә сайтҡа инеүселәр һиҙелерлек артты һәм ҡайһы берҙә уны асыуҙа ауырлыҡ күҙәтелә. Шуға күрә беҙ "Яндекс формаһы"н булдырҙыҡ, социаль селтәрҙәге төркөмдәребеҙҙә уға һылтанма бар, — тип аңлатты акцияның ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмырҙина. - Бөгөн акцияла тағы ла 40 еңеүсе билдәләнде, тағы бер квадроцикл, велосипед, "аҡыллы" колонка, мультибешергес, термопот, ноутбук, саң һурҙырғыс робот уйнатылды.

Римма Бикмырҙина хәбәр итеүенсә, ирекмәндәр еңеүселәргә шылтырата. Еңеүселәрҙең исемдәре һәм фотолары приздар алырға килгәндән һуң ғына уларҙың ризалығы менән күрһәтелә.

- Беренсе квадроциклды коллегабыҙ - «Кызыл таң» гәзитенең водителе яуланы. Был барыһы ла асыҡ һәм ғәҙел булыуын күрһәтә, - тип билдәләне брифинг модераторы Рәшиҙә Мәһәҙиева.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас