МИН
Мин парлымын. Әммә япа -яңғыҙ, Көләм йәштәремде түкмәҫкә. Мин көслөмөн. Әммә бик ныҡ хисле. Онотамын, ғәфү итмәҫкә. Күр(ә) алмайым ялған вәғәҙәләр, Был тормоштан ҡасам хыялға. Өндәшмәйем, булһа инҡар итеү, Өҫтөн эштәр, китеүҙән ялға. Мин көсһөҙмен ҡарар сығарырға, Әммә көслө уны сисергә. Бирешмәйсә һис бер ауырлыҡҡа Бар теләгем йәшнәп йәшәргә. Теләмәйем, әммә үткәрәмен. Һөйләмәйем мөһим һүҙҙәр мин. Китәм, әммә ғәфү итмәйем тик, Янда күп дуҫ, әммә яңғыҙ мин. Алдай белмәйем һәм ышанмайым Йылмайыуға, һөйәм тигәнгә. Һәр юғалтыу ауыр үткәргеһеҙ, Рәхмәтлемен Хоҙай биргәнгә. Мине аңлау еңел. Әммә ауыр Яҡыныраҡ миңә килергә. Мин ғорурмын мөмкин булмағанса, Әммә беләм сынлап һөйөргә. Нутфуллина Рәйлә