Әлшәй районының Никифар ауылынан Замир Ғәбитов һайлауҙан бер ҙә ҡалғаны юҡ. Ул оҫта баянсы, 46 йыл ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған ысын сәнғәт оҫтаһы, тип яҙалар уның тураһында.
Дәртле, йәш йөрәкле бабай, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан квадроциклда геүләтеп йөрөй. Шуның менән һайлауға ла килеп ҡайтты, тигәндәр "Әлшәй хәбәрҙәре"ндә.
Замир бабайға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Фото: alshvesti.ru