Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентября 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле!

Бер әбей табипҡа бара. Бырыһын да тикшереп бөткәс, табип: – Йөрәгегеҙ насарырыҡ. Шуға күрә һаҡланығыҙ,  баҫҡыстан күтәрелмәгеҙ… Өс айҙан ҡарсыҡ тағы дауаханаға килә. – Бына хәҙер хәлегеҙ яҡшырған, дауа килешкән. Баҫҡыстан күтәрелһәгеҙ ҙә була. – Аллаға шөкөр икән улайһа. Һыу торбаһы буйлап фатирға менеп йөрөүҙәр тамам ялҡытҡайны  бит инде…

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

Германияла дәрес бара. Уҡытыусы уҡыусынан:

– Рәсәйҙәге иң оҙон урамлы ҡаланы әйтегеҙ әле.

Уҡыусы:

– Сталинград. Минең олатай уның бер урамын  200 көн буйына үткән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас