Фәнистең әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы Аҡсәйет ауылынан ишле Сабировтар ғаиләһенә хәйриә ярҙамы күрһәткән. Илһөйәр, ярҙамсыл, батыр ул тәрбиәләп үҫтергән әсәнең күңеле лә, йөрәге лә игелек менән тулы.
"Һеҙгә кешеләр тураһында хәстәрлек күргәнегеҙ, ярҙамға ашҡынып торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт", - тип яҙалар Тәтешле районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
Фәриҙә апайға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Батыр улыңды беҙ онотмаясаҡбыҙ!
Фото: vk.com/lifetatyshly