Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2024, 13:35

Бәй! "Рәхмәт - 24" акцияһы сайтына атака булған тиҙәр!

Сит ил хакерҙары рахмат102.рф акцияһы сайтына һөжүм иткән - портал DDoS-һөжүмгә дусар булған.

Бәй! "Рәхмәт - 24" акцияһы сайтына атака булған тиҙәр!Бәй! "Рәхмәт - 24" акцияһы сайтына атака булған тиҙәр!
Бәй! "Рәхмәт - 24" акцияһы сайтына атака булған тиҙәр!

64 илдең IP-адрестарынан хакерҙарҙың күп ағымлы һөжүме теркәлгән. Һөжүмдең максималь проценты Франция, Германия, Нидерландтар, Бөйөк Британия, Швеция, АҠШ, Польша, Чехия, Дания, Канада, Финляндиянан күҙәтелә.

Бер үк мәл порталға 750 меңдән ашыу шикле һораулама килгән. Сайт администраторҙары ҙур күләмдә шикле трафикты 11:40-14:30 сәғәт арауығында теркәгән.

Сайт һорауҙарҙы күтәргән һәм эшләүен дауам итә, әммә тиҙлеге түбәнәйгән. Ойоштороусылар теркәлеү өсөн өҫтәмә форма булдырған, уны республикала йәшәүселәрҙең барыһы ла файҙалана ала.

Өҫтәп үтәйек, РАХМАТ102.рф сайтында теркәлгәндә, VPN-ны һүндерергә кәрәк ти ойоштороусылар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас