Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2024, 06:30

101 йәшлек ветеран да һайлауҙан ситтә ҡалманы

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов һайлау учаскаһына барып тауыш биргән! Афарин, бабай! Иҫәнлек-һаулыҡ һиңә!

101 йәшлек ветеран да һайлауҙан ситтә ҡалманы101 йәшлек ветеран да һайлауҙан ситтә ҡалманы
101 йәшлек ветеран да һайлауҙан ситтә ҡалманы

101 йәшлек ветеран 3203-сө һайлау участкаһына ҡыҙы Гөлшат менән килде, тип хәбәр итәләр. 

-Бер һайлауҙан да ситтә ҡалғаным юҡ, былтыр ғына өйҙә тауыш бирҙем. Бөгөн Башҡортостан Башлығын, республика яҙмышын һайлағанда һайлау участкаһына үҙем килергә теләнем. Республикабыҙ киләсәге яҡты булһын,- тигән Фәтхулла бабай.

Фото: haibh.ru/news/s-y-s-t/2024-09-06/a-yar-aylau-uchastka-ynda-101-y-shlek-veteran-3916353 ("Хәйбулла хәбәрҙәре" баҫмаһы).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас