Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентября 2024, 04:00

Контракт төҙөүселәргә тейешле аҡса 31 декабргә тиклем түләнәсәк

Өфө хакимиәте ҡарары менән 2024 йылдың 2 майындағы Өфөлә теркәлгән һәм хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән Рәсәй граждандарына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тәртибен раҫлау тураһындағы ҡарарға үҙгәрештәр индерелде.

Контракт төҙөүселәргә тейешле аҡса 31 декабргә тиклем түләнәсәкКонтракт төҙөүселәргә тейешле аҡса 31 декабргә тиклем түләнәсәк
Контракт төҙөүселәргә тейешле аҡса 31 декабргә тиклем түләнәсәк

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2024 йылдың 31 декабренә тиклем контракт төҙөгән граждандар түләүҙәр алыу хоҡуғына эйә. Тәүҙә был түләү 31 авгусҡа тиклем тиелгәйне. Өфөнән бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме 300 мең һум тәшкил итә.

Башҡортостанда 2024 йылдың 10 июленән, республика Башлығы ҡушыуы буйынса контракт буйынса, контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды.

РФ Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйған республика халҡы бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Шулай итеп, 400 мең һум федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан хәрбиҙәре бер тапҡыр бөтәһе 1 миллион 205 мең һум алыу мөмкинлегенә эйә.

Белешмә телефондары: 122, 8 347 218 19 19, 8 347 248 29 31.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас