Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентября 2024, 10:15

Кеше ялыу менән шылтыратмай

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының Колл-үҙәгенә етди ялыуҙар юҡ. Был турала Башҡортостанда һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзаһы Святослав Попов хәбәр итте.

Кеше ялыу менән шылтыратмайКеше ялыу менән шылтыратмай
Кеше ялыу менән шылтыратмай

“Беҙҙә бөтәһе лә тыныс. Күҙәтеүселәр хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәмәгән, Колл-үҙәккә ялыу менән мөрәжәғәт итеүселәр булманы”, - тине ул Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә журналистар менән осрашыуҙа.

Әйткәндәй, тауыш биреү процесында ниндәйҙер хоҡуҡ боҙоуҙарҙы күрһәгеҙ йә башҡа һорауҙарығыҙ булһа, Колл-үҙәк телефоны: 8-347 218-16-84.

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас