Уның әйтеүенсә, штаб тауыш биреү участкаларында был сәғәткә барыһы ла тыныс булыуы тураһында хәбәр алған. Халыҡ иртә менән килә, тауышын бирә һәм үҙ гражданлыҡ бурысын үтәүенә ҡәнәғәт булып сығып китә. Күҙәтеүселәр ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе теркәмәгән.
Савичев шулай уҡ кешеләрҙең өс көнлөк тауыш биреүҙе ыңғай ҡабул итеүен дә белдерҙе.
"Минеңсә, һайлауға кеше күп килер, күрһәткес марттағы һайлауҙан, бәлки, түбәнерәк тә булыр, шулай ҙа, "явка" юғары буласағына ышанам", - тине Владимир Савичев.
"Яңы кешеләр" партияһының төбәк советы секретары Руслан Дәүләтшин да халыҡтың әүҙемлеге юғары буласағына өмөтләнә.
Екатерина Самсонова, "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт өсөн" партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, белдереүенсә, айырыуса ауыл ерендә халыҡ һәр саҡ әүҙем.
Фото: Автор фотоһы.