Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентября 2024, 11:48

Өфөлә мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан курьер тотолған

23 йәшлек егет, Интернет аша эшкә ялланып, енәйәтселәрҙең схемаһын тормошҡа ашырған.

Өфөлә мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан курьер тотолғанӨфөлә мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан курьер тотолған
Өфөлә мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан курьер тотолған

Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә 79 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт итә. Әбей, билдәһеҙ кешеләр аҡсамды урланы, тип зарлана. Асыҡланыуынса, ул ялған мәғлүмәт биргән мутлашыусыларҙың ҡорбаны булған. Уға ялған "туғанынан" шылтыратыу килә. Шылтыратыусы юл фажиғәһенә сәбәпсе булыуын әйтә. Аферистка әбейҙе йөклө ҡатынды бәрҙереп китеүенә ышандыра һәм енәйәт яуаплылығынан ҡасыу өсөн үтенеп аҡса һорай. Әбей 800 мең һум аҡса йыя һәм уны килгән курьерға тапшыра.

Аҡса аферистарға ебәрелгәс кенә был хәлдең алдаҡ булыуы асыҡлана.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас