Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2024, 08:20

Башҡортостан тәүгеләрҙән булып яңыртылған программаны тормошҡа ашыра башланы

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәте ярҙамында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн экспорт стандарты" акселерация программаһы "мини-МВА" форматында үтәсәк. 

Башҡортостан тәүгеләрҙән булып яңыртылған программаны тормошҡа ашыра башланыБашҡортостан тәүгеләрҙән булып яңыртылған программаны тормошҡа ашыра башланы
Башҡортостан тәүгеләрҙән булып яңыртылған программаны тормошҡа ашыра башланы

Ул эшҡыуарҙар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы өҫтәмә белем биреүҙе күҙ уңында тота. Бизнес-акселератор ғәмәлдәге экспортерҙарҙы профессиональ әҙерләүгә йүнәлтелгән.

- "РЭЦ" акционерҙар йәмғиәтенең Экспорт мәктәбе менән берлектә төбәктә акселерация программалары тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2019 йылдан Башҡортостанда "Экспорт форсажы" бизнес-акселераторы сиктәрендә тармаҡ һәм күп тармаҡлы белем биреү ағымдары үткәрелә. Мини-МВА форматында ла тәжрибә бар. 2021 һәм 2022 йылдарҙа 19 төбәк компанияһы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн экспорт стандарты" программаһы буйынса уҡытыу үтте. Һөҙөмтәлә уларҙың 16-һы 96 экспорт контракты төҙөнө, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Шулай уҡ, Маргарита Болычева һүҙҙәренсә, программа Башҡортостан Республикаһының тәжрибәле экспортерҙарына 2 йылға үҙенең бизнес-планы проектын, экспортты үҫтереү концепцияһын һәм яңы экспорт баҙарҙарына сығыу буйынса бизнес-планды тормошҡа ашырыуҙың юл картаһын әҙерләргә һәм ғәмәлдәге баҙарҙарҙа баҙар позицияларын нығытыу юлдарын билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Уҡытыу 2,5 ай дауамында Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге базаһында бушлай нигеҙҙә үтәсәк һәм 5 төп блоктан торасаҡ: "Стратегия", "Финанс планлаштырыу", "Маркетинг һәм һатыу"(ҡулланыусылар сегменттары, маркетинг коммуникациялары, тышҡы баҙарҙарҙа алға барыу инструменттары), "Операцион һөҙөмтәлелек" (кризис осоронда идара итеү, экспорт командаһын мотивациялау, идара итеүгә ҡараштар), "Килешеүҙәр. Бизнес-план әҙерләү".

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24875/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас