Тауыш биреү участкалары һайлаусыларҙы ҡабул итергә әҙер, төбәктә 69 территориаль һәм 3 302 участка һайлау комиссияһы эшләй. Өҫтәмә бер комиссия — Мәскәүҙә.
Республиканың һайлауға әҙерлеге хаҡында БЮТ каналының "Сәләм" тапшырыуына тура элемтә барышында Башҡортостан менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Эльвира Сафина һөйләне.
Башҡортостан Башлығын һайлауҙа бөтә парламент партияларынан биш кандидат ҡатнаша, республика Дәүләт Йыйылышы депутаты мандаты өсөн өс кандидат көрәшә. Муниципаль кимәлдәге һайлауҙарҙа 4435 кандидат ҡатнаша. Төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа бөтәһе 10 сәйәси партиянан кандидаттар теркәлгән.
Тауыш биреү өс көн — йома, шәмбе һәм йәкшәмбе дауам итә. Участкалар Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 8-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем асыҡ.
Һайлау участкағыҙҙы Үҙәк һайлау комиссияһының һанлы сервисы ярҙамында ошо һылтанма буйынса асыҡлай алаһығыҙ: https://voter.gosuslugi.ru/new/voter .
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһы телефоны: 8 800 347 54 54
Башҡортостан ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫНЫҢ рәсми сайты: http://www.bashkortostan.izbirkom.ru/