Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2024, 10:06

Тикшереү эштәре үткәрелә

Стәрлетамаҡта квеста ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән бәлиғ булмағандың йәрәхәтләнеүенә килтергән хәүефле хеҙмәттәр күрһәтеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тикшереү эштәре үткәреләТикшереү эштәре үткәрелә
Тикшереү эштәре үткәрелә

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү). Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2024 йылдың 31 авгусында Стәрлетамаҡта күңел асыу уйындары - квестар ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәткән саҡта өс йәш кеше икенсе ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшә һәм төрлө йәрәхәттәр ала. Зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтелә. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында Тәфтиш комитеты тәфтишсеһе эшләй. Енәйәт эше буйынса ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға һәм дәлилдәр базаһын йыйыуға йүнәлтелгән тейешле тикшереү эштәре үткәрелә.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас