Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2024, 11:00

Ауырыуҙан һаҡланыу сараһын күрегеҙ!

Көҙ етте, көндәр һалҡынайта башлау менән төрлө ауырыуҙар ҙа көсәйә башлай. Әле  риновирус, ковид менән ауырыусылар күбәйә бара. 

Ауырыуҙан һаҡланыу сараһын күрегеҙ!Ауырыуҙан һаҡланыу сараһын күрегеҙ!
Ауырыуҙан һаҡланыу сараһын күрегеҙ!

 Бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ инфекция ауырыуҙарына ҡаршы вакцина эшләтеү  һәм эпидемия миҙгеле хаҡында барҙы.

«Роспотребнадзор» идаралығы начальнигы Анна Казак әйтеүенсә,  элегерәк эпидемия миҙгеле ноябрь – декабрь айҙарына   тура килһә, хәҙер ул күпкә иртәрәк башлана. «ОРВИ, ОРЗ кеүек инфекциялар сентябрҙә үк тарала башлай. Әлеге көндә улар нигеҙҙә, риновирус менән ковид. Ауырыусылар һаны аҙнаһына мең кешегә арта», – тине ул.

Ауырыуҙан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле сараһы –  әлбиттә вакцина эшләтеү.  Әлеге көндә республика киҙеүгә ҡаршы    1,185 млн вакцина алған. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн бөтәһе 2,4 млн кешене вакциналау кәрәк.    Балалар баҡсаларында, мәктәптә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалығында, ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләүселәргә прививка  эшләтеү бушлай.  Шулай уҡ хроник сирлеләр һәм 60 йәштән ололарға  ҙа киҙеүгә ҡаршы вакцинаны бушлай эшләтә ала.  

Матбуғат кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина тағы бер мөһим яңылыҡ тураһында хәбәр итте. Хәҙер һәр поликлиникала температураһы булған ауырыуҙар өсөн айырым кабинет эшләй. Йәғни  ауырып китһәң табипҡа яҙылырға кәрәкмәй, ә тура шул кабинетҡа барырға мөмкин. Бында шунда уҡ анализ алып,  ниндәй сир менән ауырыуыңды асыҡлайҙар һәм дауалау курсы тәғәйенләйҙәр. Был, минеңсә, бик уңайлы, сөнки  табипҡа яҙылып та   көнөндә эләгеп булмай.

Әйткәндәй, киҙеүгә ҡаршы вакцинаны бөгөндән эшләтә башларға мөмкин. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән, шунлыҡтан вируслы инфекцияларҙан һаҡланыу сараһын күрегеҙ, дуҫтар!

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас