1 кг тауыҡ ите, 3 ҡап иретелгән сыр (плавленный), йәшел һуған, укроп, петрушка, һарымһаҡ, 1 йомортҡа, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ йәки майонез, тәмләткестәр кәрәк.
Ит, сыр, һуған, һарымһаҡ, укроп, петрушканы ит тартҡыстан сығарырға. Фаршҡа йомортҡа, тоҙ, тәмләткестәр һалып, яҡшылап болғатырға. Фарштан бәләкәй котлеттар яһап, сохари онтағында әүәләп, ҡыҙған табала бешереп алырға.