Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2024, 11:45

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр дәғүә итә?

Әйткәндәй, БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса абруйлы премия хәҙер йыл һайын тапшырыласаҡ, ул бер миллион һумға торошло.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр дәғүә итә?Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр дәғүә итә?
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр дәғүә итә?

Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә өс кешегә бирелә торған премияға дәғүә итеүселәр исемлеге:

Рәшит Хәбиров – «Ватанды һаҡлаусы» триптихы өсөн

Салауат Щербаков – Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәле өсөн

Роберт Александров, Станислав Александров, Марина Завиская – Өфөлә хоспис төҙөгәндәре өсөн

Артур Абдрахманов, Юнир Әминев, Камил Буҙыҡаев – «Төньяҡ Амурҙары» тулы метражлы анимацион фильм өсөн

Асҡар Абдразаҡов, Иван Складчиков, Феликс Коробов – «Садко» опера-былинаһын ҡуйған өсөн

Фәрит Иҙрисов – башҡорт музыкаль-патриотик әҫәрҙәре өсөн

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – ҡумыҙҙа «Сал быуаттар ауазы» композицияһы өсөн

Рөстәм Хәкимов, Вадим Ҡылысов, Нәғим Нурғәлин – «Акмулла» спектакле өсөн

Азат Йыһаншин, Фина Вәлиева – «Туташ. Прерванный полет…» постановкаһы өсөн

Фәрит Әхмәҙиев, Ольга Мусина, Әбйәлил Үтәбаев, Юлия Абрарова – «Звезда Героя» спектакле өсөн

Гөлсирә Ғиззәтуллина – «Кешеләр йондоҙҙар кеүек» китабы өсөн

Рафаил Зинуров – «Книга судеб. История Башкортостана с древнейших времен до наших дней, изложенная в стихах» китабы өсөн.

17 сентябргә тиклем фекер алышыу бара. Бүләкләү Республика көнөндә.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас