Эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу менән бәйле 31 хәбәр килә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Благовар районы буйынса бүлегенең дежур часына 47 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ғариза биреүсегә мессенджерҙарҙың береһе аша "финанс аналитиктан" хәбәрҙәр килә. "Белгес" ауыл кешеһенә инвестициялау юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ҡыҙыҡһынып, зыян күреүсе тәүҙә бәләкәй генә сумма һала һәм, һалынған аҡсаның проценты артыуын күреп, 840 мең һумға кредит ала ла, аҡсаны инвестиция иҫәбенә ебәрә. Шуның менән "байыу" тамамлана: шәхси кабинетҡа инеү бикләнгән була, ә брокер юғала.
Ошондай уҡ ғариза менән Белорет районы буйынса полиция бүлегенә 48 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул да шулай уҡ инвестициялау юлы менән аҡса эшләргә ниәтләп, 1 миллион һумға яҡын суммаға кредит ала һәм бер ай буйына уларҙы "отошло проектҡа" һала, әммә дивидендтарҙың "д"хәрефен дә күрмәй.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ, тип иҫкәртә. Әгәр һеҙгә телефон аша кредит аҡсаһына инвестиция һалырға тәҡдим итәләр һәм табыш гарантиялайҙар икән, аралашыуҙы өҙөгөҙ, шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ. Белемлелек һәм уяулыҡ - мутлашыуҙан иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккән кешеләр менән һөйләшкәндә, мутлыҡтар тураһында белдегеҙме, тип һораһаң, эйе, белдем, тип яуаплайҙар. Ә ниңә алдандығыҙ һуң, тигәнгә, иңбаштарын һикертеп, белмәйем, тиҙәр: "Үҙем дә аңламайым..."
Уяу булығыҙ, зинһар!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.