Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентября 2024, 10:30

Иң мөһиме – халыҡтың сәләмәтлеге

Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел тармағындағы ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты.

Иң мөһиме  – халыҡтың сәләмәтлегеИң мөһиме  – халыҡтың сәләмәтлеге
Иң мөһиме – халыҡтың сәләмәтлеге

  Ул республика командаһының ошо йылдарҙа медицинаны халыҡҡа яҡынайтыу өҫтөндә эшләүен билдәләне.  Башҡортостандың һәр кешеһе лайыҡлы шарттарҙа белгестәрҙең квалификациялы ярҙамына, дөрөҫ һәм тиҙ диагностикаға иҫәп тота алырға тейеш.

 Билдәле ҡаҙаныштар әле үк бар. Мәҫәлән, 2021 йылдан 2023 йылға тиклем республикала 17 һаулыҡ һаҡлау обьъекты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлөшө тамамлана.

 Өс йыл эсендә, 2021 йылдан 2023 йылға тиклем 66 һаулыҡ һаҡлау объектында капиталь ремонт үткәрелгән. Киләһе йылда тағы ла алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

 2023 йылдан алып Өфө поликлиникаларын модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла.

 2019 йылдан  алып «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса 433 модулле ФАП урынлаштырылған. 2024 йылдың аҙағына тиклем планда 135 ҡоролма, 2025 йылда тағы 134 ошондай медицина пункты төҙөү күҙаллана.

 Бер үк ваҡытта «Цифрлы ФАП» проекты тормошҡа ашырыла. Ул илебеҙҙә иң яҡшыһы тип танылған.  Бөгөн медпункттарҙың 97,3 процентында интернет бар. Ул телемедицина консультациялары үткәрергә, дистанцион рәүештә ЭКГ һөҙөмтәләрен ебәрергә, электрон больничный ҡағыҙҙары бирергә һәм электрон рецепттар яҙырға мөмкинлек бирә.

 2021 йылдан алып медицина учреждениелары өсөн  558 берәмек автотранспорт һәм    13 908  медицина ҡорамалы алынды.

«Халыҡтың сәләмәтлеге – беҙҙең өсөн һәр нәмәнән дә өҫтөн. Һәр саҡ шулай буласаҡ», – тине Радий Хәбиров.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас