Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентября 2024, 14:30

Бер ҡатын 10-сы бала табыуҙан баш тартҡаны өсөн туҡмалған

Билдәле булыуынса, ир ҡатынының унынсы балаға уҙыуын теләй, әммә хәләле ауырға ҡала алмай.

Бер ҡатын  10-сы бала табыуҙан баш тартҡаны өсөн туҡмалғанБер ҡатын  10-сы бала табыуҙан баш тартҡаны өсөн туҡмалған
Бер ҡатын 10-сы бала табыуҙан баш тартҡаны өсөн туҡмалған

Алтай крайының Тальменский районында йәшәүсе  ир иҫерек килеш  ҡатынын туҡмай. Ул ҡатынды  артыҡ кәүҙә  ауырлығы йыйыуҙа һәм шуға күрә бала таба алмауҙа ғәйепләй. Асыулы ир: «Һин минең ҡатыным һәм мин һине үлтерәм! " – тип ҡысҡыра, ҡатынының битенә һуға, иҙәнгә йығып, бысаҡ тотҡаһы менән туҡмай.

Туҡмалған ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә, әммә эш судҡа барып еткәс, ныҡ үкенә һәм иренә ҡарата енәйәт эҙәрлекләүен туҡтатыуҙарын һорай.

Ире менән дуҫлашыуҙарын әйтә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас