Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентябрь 2024, 11:49

Туймазы районында ҙур авария

Бөгөн Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автомобиль юлында, Собханғол ауылы эргәһендә, дүрт автомобиль: "ВАЗ" ("Нива"), "Lada Vesta" һәм ике "Lada Granta" машинаһы бәрелешкән.

Туймазы районында ҙур аварияТуймазы районында ҙур авария
Туймазы районында ҙур авария

Ваҡиға урынына тиҙ арала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре килә, автомобилдәрҙең аккумулятор батареяһын һүндереү һәм беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр башҡара. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 2 кеше: 1962 йылғы ир менән ҡатын зыян күрә. Аварияның сәбәбе асыҡлана.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Туймазы районында ҙур авария
Туймазы районында ҙур авария
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас