Водитель ҡатын башта бер нимә лә һиҙмәй, шау-шыу булғанға ғына туҡтай, ишектәрҙе тикшерә һәм артабан ҡуҙғалып китә. Уның һүҙҙәренсә, пассажирҙарҙың береһе лә уға ни булғанын әйтмәгән. Ҡыҙҙы ашығыс ярҙам нейрохирургияға алып китә.
Ҡыҙҙың йәрәхәтләнеүенә килтергән хәүефһеҙ булмаған хеҙмәттәр күрһәтеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның бөтә шарттарын, шулай уҡ уға булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы асыҡлау маҡсатында тикшереү саралары комплексы ойошторолған.
Фото: БР Тәфтиш комитеты.