Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентябрь 2024, 07:10

Белем көнөнә әҙерлек атыш менән тамамланған

Өфөлә атыш ваҡытында ирҙе  бағанаға бәйләп ҡуйғандар.

Белем көнөнә әҙерлек атыш менән тамамланғанБелем көнөнә әҙерлек атыш менән тамамланған
Белем көнөнә әҙерлек атыш менән тамамланған

Шаһиттар әйтеүенсә, бер ир йорт тирәһендә ултыртылған түтәлдәрҙән сәскә йыйған. Ул Белем көнө алдынан балаһына гөлләмә эшләргә уйлаған. Әлбиттә, был хәл конфликтҡа этәргес була. Ирҙе травматик пистолет менән ҡурҡытып, бағанаға бәйләп ҡуялар.

Әле шау-шоуҙа ҡатнашҡан фигуранттарҙың барыһы ла полиция бүлегенә килтерелгән.  Был факт буйынса тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас