Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентября 2024, 09:55

Башҡортостанда инвестициялар үҫеше 26,6 процент тәшкил иткән

2024 йылдың ғинуар-июнендә Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 273 миллиард һумға етте. Был хаҡта 3 сентябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Башҡортостанда инвестициялар үҫеше 26,6 процент тәшкил иткәнБашҡортостанда инвестициялар үҫеше 26,6 процент тәшкил иткән
Башҡортостанда инвестициялар үҫеше 26,6 процент тәшкил иткән

2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда төп капиталға һалыуҙар үҫеше 26,6 процент тәшкил итә. Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 15-се урынды биләй.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, хәҙерге шарттарҙа инвестиция күрһәткестәренең ыңғай динамикаһын һаҡлау мөһим.

- Һөҙөмтәләр бик яҡшы, улар беҙҙе ҡыуандыра. Иң мөһиме – тиҙлекте кәметмәү, алға барыу, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ үҙебеҙгә амбициялы маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Хәҙер, айырыуса ҡатмарлы осорҙа, инвестициялар үҫешен тотоп ҡалыу-ул ысын мәғәнәһендә яҡшы профессиональ эш.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас