Ауыл тирәһендә урман булғас бүреләре лә була инде, тип әллә ни әһәмиәт бирмәй инек, ти аршалар. Әммә яңыраҡ, көпә-көндөҙ үҫмер балалар яңы ғына таланған малдың һөлдәһенә юлыға, ә уның янында йыртҡыстар була. Бәхеткә күрә, бала-саға ҡасып ҡотола. Һунарсы саҡыртып, инә бүрене атып алалар. Әммә был хәлде еңеләйтмәй, ә киреһенсә ҡатмарлаштыра ғына. Бүреләр егермеләгән һарыҡты юҡ итә. Әлегә халыҡ үҙаллы көрәш алып бара: үҫмерҙәр – петарда, водителдәр автомобиль сигналдары менән йыртҡысты өркөтә.