Ошо көндәрҙә Благовещен районынан “Васян” позывнойлы яугир ҙа ялдан һуң кире алғы һыҙыҡҡа юлланған. Уға яҡташтары һаҡлаусы “бетеү” ҙә эшләп ебәргән.
“Васян” 2022 йылдың көҙөнән мотоуҡсылар батальонында отделение командиры булып хеҙмәт итә. Үҙе һөйләүенсә, яуҙаштары күптән инде туған һымаҡ булып бөткән. “Барыбыҙҙы бер маҡсат берләштерә – еңергә һәм иҫән-имен өйҙәребеҙгә ҡайтырға”, – ти яугир.
Уларға өлкән хәрбиҙәр өлгө булып тора. Йәл, ғүмерҙәр өҙөлә.
Ә һалдатҡа өйҙән хәбәр, посылка, хат алыу – ҙур ҡыуаныс. “Васян” юлға үҙе менән маскировкалау селтәрен алған. Уға, “Селтәр һеҙҙе һаҡлаһын, бетеү булһын”, тип урындағы волонтерҙар әҙерләп ебәргән.
Әйткәндәй, контракт төҙөргә теләүселәр 122 (Ситуация үҙәге), 8 (347) 218-19-19 телефондары буйынса мөрәжәғәт итә ала, башбат.рф сайтында ла мәғлүмәттәр бар.
Сығанаҡ, фото: blagpanorama.com