Өҫтәлдең бейеклеге бала бөгөлөп ултырмаҫлыҡ, ә терһәктәре өҫтәл өҫтөндә иркен ятырлыҡ булырға тейеш. Шулай уҡ кәрәк-яраҡтарын уңайлы итеп урынлаштырыу өсөн уҡыусыға урын етерлек булһын.
- Ултырғыс арҡаны бил тирәһендә һәм ҡалаҡ һөйәге аҫтынан тотоп тора. Ултырған урын артыҡ йомшаҡ та, артыҡ ҡаты ла булырға тейеш түгел.
- Өҫтәл артында ултырғанда баланың бөгөлгән аяҡтары иҙәнгә тулыһынса тейеп торһон. Әгәр аяҡтары етмәһә, улар аҫтына терәү кәрәк.
- Эш өҫтәлендә бер генә яҡтылыҡ сығанағы булһа ла — яҡшы, тик ул бик сағыу янмаһын. Бала уң ҡулы менән яҙһа, лампа — һул яҡтан, һул ҡулы менән эш итһә, уң яҡтан яҡтыртырға тейеш.
- Дәреслектәр, дәфтәрҙәр, канцелярия тауарҙарын һаҡлау өсөн урын булдырығыҙ. Был уҡыусыға тәртип һаҡларға ярҙам итәсәк.
Балаларығыҙға еңел уҡыу йылы теләйбеҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
+21 °С
Болотло


