Йәйге каникул тамамланып, уҡыусылар яңынан парта артына ултырҙы. Әлбиттә, өс йәйге айҙа уяулыҡ кәмегән. Һәм балаларға төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫләтеүү өсөн беҙ шундай дәрестәр үткәрәбе, - тип белдерә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. - Төп маҡсат - ғәҙәттән тыш хәл янағанда дөрөҫ эш итергә өйрәтеү, ә белгәндәргә - иҫкә төшөрөү. Балаларҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең өсөн беренсе урында тора һәм беҙ бер генә дәрес менән сикләнмәйәсәкбеҙ. Уҡыу йылы дауамында беҙ мәктәптәргә йөрөүҙе, шулай уҡ янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу частарында балалар менән осрашыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бөтә уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлай һәм уҡыуҙа һәм эштә уңыштар, шулай уҡ сағыу һәм, иң мөһиме, хәүефһеҙ мәктәп көндәре теләй!