Судта билдәләүҙәренсә, ир, эш эҙләп, интернет селтәрендә билдәһеҙ кешеләр менән граждандарҙың аҡсаһын урлау өсөн енәйәтсел килешеүгә инә. Телефон аша һөйләшеү барышында улар оло йәштәге ҡатынға уның туғаны юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе һәм зыян күреүселәргә компенсация түләргә кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Ғәйепләнеүсе курьер булып зыян күреүсе янына килә, уға ул 240 мең һумдан ашыу аҡса тапшыра. Уның законһыҙ эшмәкәрлеген полиция хеҙмәткәрҙәре пенсионер ҡатындан ҡабаттан аҡса алырға маташҡан саҡта туҡтата. Енәйәт эше фигуранты енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Суд уға шартлы рәүештә 4 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм шул уҡ осорға һынау ваҡыты менән бер рәттән зыян күләмен дә түләтә. Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.