Тантаналы линейкаларҙа янғын һүндереүселәр һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторҙары, шулай уҡ башҡа ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр вәкилдәре дежурҙа булған. Шулай уҡ белгестәр балалар өсөн "Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау" темаһына Бөтә Рәсәй асыҡ дәресе үткәргән. Байрам саралары ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуйылмаған.
- Бөтә уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға емешле һәм уңышлы уҡыу йылы теләйбеҙ! Был йыл хәүефһеҙ, ҡыҙыҡлы һәм яңы еңеүҙәр йылы булһын! - тип теләй Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре.