Ваҡыт капсулаһының гайкаларын бороуҙа 50 йыл элекке капсуланы һалыуҙа ҡатнашҡан Рәнүс Насретдинов (ул быйыл асылды), беренсе класс уҡыусыһы Валерия Ноғоманова, химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүсе Вадим Харисов, бокс буйынса чемпион Азалия Әминева, РФ Президенты стипендиаты Елена Булушева, бөгөн туйҙары булған яңы өйләнешкән Абрамовтар һәм мэр Ратмир Мәүлиев ҡатнашты. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Абхазия, Белоруссия, Үзбәкстандан почетлы ҡунаҡтар һәм башҡалар булды.
Металл һауытта киләсәккә сувенирҙар, республика спортсыларының миҙалдары, йырҙар менән дисктар, туристик буклеттар һәм башҡа бик күп нәмәләр ебәрелеүе билдәле. Мөрәжәғәтнамәне яҙыуҙа өфөләр ҙә ҡатнашты. Киләсәк быуындарға төп хаттың йөкмәткеһе сер итеп һаҡлана. Уның тексын 50 йылдан һуң уҡырҙар.
Өфөнөң юбилейы - ул үткәндәр һәм бөгөнгөләр тураһында ғына түгел, киләсәк тураһында ла. Ваҡыт капсулаһын һалыу - киләсәк быуындар өсөн баш ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән, күп һанлы ҡала объекттарын төҙөгән хеҙмәткәрҙәргә хөрмәт һәм танылыу. Был тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм быуындар араһында күсәгилешлекте формалаштырыу булып тора. Ихаталарҙы, подъездарҙы, парктарҙы ремонтлау һәм, дөйөм алғанда, Өфөлә йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү - ул бөгөн ҡалала йәшәгән замандаштарыбыҙ мәнфәғәтенә эшләү. Ҡала һәм ҡала инфраструктураһын үҫтереү стратегияһы - тиҫтә йылдарға алға эшләүҙән тора.