Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2024, 07:35

Баш ҡала юбилейына "Китап"тан уникаль бүләк йыйылмаһы!

З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте баш ҡаланың юбилейына уникаль "Уфа моя" бүләк комплектын әҙерләне.

Баш ҡала юбилейына "Китап"тан уникаль бүләк йыйылмаһы!Баш ҡала юбилейына "Китап"тан уникаль бүләк йыйылмаһы!
Баш ҡала юбилейына "Китап"тан уникаль бүләк йыйылмаһы!

Ул биш китапты, картаны һәм ҡаланың иҫтәлекле урындары тураһында буклетты үҙ эсенә алған. Нәшриәт директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова билдәләүенсә, һәр китап баш ҡала халҡына ла, ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.

«Музейҙар» китабы Өфө музейҙары тарихы, уларҙың экспонаттары, лимонарий, планетарий, Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты һәм ҡаланың башҡа ынйылары хаҡында һөйләйәсәк.

«Парктар, майҙандар һәм ҡала киңлектәре» баҫмаһы ял итеү һәм күңел асыу өсөн уңайлы мөйөштәр буйлап сәйәхәткә ебәрәсәк.

«Театрҙар һәм концерт залдары» китабы уҡыусыларҙы ҡаланың мәҙәни тормошо, сәнғәт донъяһындағы ҡаҙаныштар менән бәйле урындар тарихы менән таныштыра.

Бынан тыш, бүләк йыйылмаһында монументаль ансамблдәр һәм скульптура композициялары һәм архитектура ҡомартҡылары баҫмалары бар. Ә картала китаптарҙа телгә алынған бөтә объекттар, шул иҫәптән Өфө ярымутрауының яр буйы буйлап үткән "Өфө муйынсағы" велосипед һәм йәйәүлеләр маршруты билдәләнгән.

Бындай комплект яратҡан ҡалаһын яҡшыраҡ белергә теләүселәр өсөн идеаль бүләк булып хеҙмәт итәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас