Улар менән "Башҡорт аты" фестивалендә таныштым. Ҡыҙҙар фестивалгә "трайфл" тигән ят исемле матур ғына тәмлекәстәр алып килгәйне. Уныһы инглиздәрҙең билдәле десерты икән. Бисквит менән емеш һуты йәки туҡылған һөт өҫтө, желе ҡушып эшләнә. Икенсе төрлө торт киҫәге тип тә аңларға мөмкин. "Ҡайҙан өйрәндегеҙ? Нисә йыл шөғөлләнәһегеҙ?" - тип ҡыҙыҡһындым. "Тәүҙә әсәйем менән еңгәйем Регина эшләп ҡаранылар. Һуңынан еңгәй оҡшатты ла үҙе генә эшләй башланы. Ошондай байрамдарға сығарып һатабыҙ, өйҙән дә килеп алалар", - ти әле уҡыусы ғына ҡыҙ Альбина. Ҡыҙҙар унан тыш, фестивалгә емеш-еләк тупланмаһынан десерт та алып килгәйне. Бик матур, үҙе тәмле. Афарин! Уңғандар тик ятмай, Альбинаның еңгәһе декрет ялында булыуға ҡарамаҫтан, бына ошондай матур кәсеп тапҡан.
Фото: Автор фотоһы.