Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы көн һайын республика халҡын мутлашыусылар тураһында иҫкәртә. Әммә граждандар, инвестиция өлкәһендә махсус белемдәре булмаһа ла, еңел һәм тиҙ табыш эҙләп, аферистарға аҡса күсерә.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан парикмахер егерме көн дауамында үҙҙәрен "брокер компанияһы хеҙмәткәрҙәре" тип танытҡан мутлашыусылар менән бәйләнештә була. Инвестицияларҙан килем алыу һылтауы менән, улар уны 4 миллион һумдан ашыу суммаға кредит алырға, 260 мең һумын өҫтәп, аҡсаны үҙҙәренең иҫәбенә күсерергә күндерә.
Туймазыла йәшәүсе лә ялған "инвестициялар буйынса аналитиктарҙың" ҡорбанына әйләнә. Апрелдән авгусҡа тиклем ир, белгестәр менән эшләйем тип, аҡсаны төрлө иҫәптәргә күсерә. Инвестициялар ярҙамында табыш алыу һылтауы менән, ир ике миллион һумға яҡын кредит ала, үҙенең шәхси аҡсаһын өҫтәй һәм аҡсаны аферистар иҫәбенә күсерә. Әммә уңышлы инвестициялар тарихы ошонда ғына тамамланмай. Мутлашыусылар ғариза биреүсенең һеңлеһенә лә шылтырата. Ағаһы инвестициялаған аҡсаны сығарыуҙа ярҙам итеү һылтауы менән, мутлашыусылар уны бер миллион һумдан ашыу аҡсаны төрлө иҫәптәргә күсерергә күндерә. Мутлашыусыларҙың кеҫәһенә 700 мең һумдан ашыу кредит аҡсаһы һәм ҡатындың 300 мең һумдан ашыу аҡсаһы киткән.
Был мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға иғтибарлы булығыҙ. Бигерәк тә төрлө платформаларҙа пассив килем тәҡдим иткән брокерҙарға һәм трейдерҙарға ышанмағыҙ. Бер ҡасан да кредит аҡсаһын инвестицияға был теманы асыҡламайынса һалмағыҙ, белемле һәм тикшерелгән кешеләр менән кәңәшләшегеҙ. Тиҙ аҡса эшләү тураһында көтөлмәгән тәҡдимдәрҙән баш тартығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.