Ғәлиә ҠОРБАНОВА 1982 йылда Яңауыл районының Истәк ауылында тыуа. Нефтекама педагогия училищеһын тамамлағас, тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Аҙаҡ Ҡазан дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем ала. 2005 йылдан алып Нефтекама ҡалаһының 10-сы мәктәбендә эшләй. Республиканың “Йыл уҡытыусыһы” һәм Бөтә Рәсәй татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы конкурсының еңеүсеһе.
Онотмайыҡ
Үҫәбеҙ ҙә таралышабыҙ беҙ
Бәхет эҙләп төрлө яҡтарға.
Ҡайтып йөрө, тигән теләктәрҙе
Онотабыҙ бик тиҙ аҡларға.
Тәҙрәләрҙә уттар янған саҡта
Тыуған йорттоң юлын ҡоротмайыҡ!
Атай-әсәй – изге кешеләрҙе
Иҫән саҡта барын онотмайыҡ!
Ығы-зығы, мәшәҡәттәр менән
Бәхет арттарынан сабабыҙ.
Иң ҙур бәхет – күңел тыныслығын
Тыуған йортта ғына табабыҙ.
Йылдар арты – юл саттарында,
Бәхет аттарында еләбеҙ.
“Ҡайтып йөрө” һүҙе мәғәнәһен
Уттар һүнгәс кенә беләбеҙ.
Яҙмышым ҡоштары
Һалмаҡ ҡына яуған ап-аҡ ҡарҙар
Тыуған ерҙе ҡыҫып ҡосҡандар.
Ҡанаттарын ҡоштар ҡаға-ҡаға
Бәхет эҙләп алыҫ осҡандар.
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ, яҙмышым ҡоштары
Кисерегеҙ, зинһар, туҡтағыҙ.
Ашҡыныулы йөрәк ярһыуҙарын
Аҡ ҡарҙар ҡосоп йыуатығыҙ.
Тулай буран — елдә бөтөрөлә
Тыңғы табалмайынса аҡ ҡарҙар.
Бәхет таптым, тигән ҡоштарға ла
Сит ерҙәрҙең күге була тар.
Уҡыусыма
Белем иле, мәктәп баҫҡыстарын
Һынатманың, ҡыйыу атланың.
Уҡытыусың биргән һабаҡтарҙы
Тырышлыҡтар һалып, һин алдың.
Аҡ юл теләйем, уҡыусым, мин һиңә!
Хыялдарың ашһын тормошҡа.
Туған телде, ерҙе онотмаһаң,
Аҙашмаҫһың һис бер боролошта!
Ҙур тормоштоң бөгөн ишектәрен
Иркен асып, алға атларһың.
Кеше, тигән оло төшөнсәнең
Бөйөклөгөн, йәнә, аҡларһың!
Алда көтә һине ҙур һынауҙар
Ҡурҡмайынса алға һин атла!
Атай - әсәй, Тыуған ерең көткән
Ышанысты ғорур һин аҡла!