Унда Екатеринбург, Пермь, Түбәнге Тагил, Һамар, Өфө ҡалалары коллективтары үҙҙәенең музыкаль программаларын тәҡдим итәсәк. – Кисә башында меңәрләгән артист Башҡортостан һәм Өфө ҡалаһы тураһында музыкаль әҫәр башҡара. Музыканттар, йырсылар һәм бейеүселәр бер үк ваҡытта йырлай ҙа, бейей ҙә һәм уйнай ҙа. Һуңынан уларҙың һәр береһе айырым сығыш яһаясаҡ. «Һөйөклө Башҡортостан», «Салауат маршы», «Өфө йүкәләре», «Тыуған яҡ» йырҙарын меңәрләгән артист башҡарасак, быны күрепгә кәрәк! - тип һөйләй «Урал-бэнд» Урал дәүләт тынлы оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижер Александр Павлов. Өфө ҡалаһының балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең берләштерелгән хоры ла сағыу программа тәҡдим итә. Шулай уҡ сарала Ҡала мәҙәниәт һарайының «Притяжение» театры солистары, «Держава» һәм «Триумф» барабансылар төркөмдәре ҡатнаша. "Өфө яңғырай" тынлы оркестр фестивале бөгөн сәғәт киске 6-ла, иртәгә көндөҙ сәғәт 4- се яртыла Рус драма театры бинаһы алдында башлана.