+24 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Август 2024, 16:00
АЛДАН БЕЛҺӘҢ ҠАСАН ҮЛӘҺЕҢ..
Өс көн ғүмерең ҡалған, тигән Хәбәр килһә әгәр Хоҙайҙан, Нишләр инең, тиеп һораным мин Аҡ һаҡаллы зирәк бабайҙан. Уйға ҡалды бабай, күҙ ҡырыйы менән Хәйләкәр бер ҡараш ташланы, Тамаҡ төбөн ҡырып, ашыҡмайса, Һалмаҡ ҡына һүҙен башланы: – Эйе, балам, көтәм мин ул көндө, Күп уйландым,- тине,- ул хакта, Мал йыям тип, күпме гонаһ йыйҙым... Еткән икән миңә ун таҡта. Тынысланып, бушап китер өсөн Өс көн етмәй икән, дүрт кәрәк... Бер көн өҫтә инде, ҡөҙрәтеңдән килә, Хоҙайҡайым, бары шул теләк... Беренсе көн.... Әбей-ҡарсығымдан, бәлеш һал әле, тип һорармын, Иртән тороп,үҙем мунса яғып, Бөтөн балаларҙы йыйырмын... Яҙ ҙа,йәй ҙә булһын ине был көн, Көҙ ҙә ярай, тик булмаһын ерҙәр ҡатканда... Оноҡтарым менән уйнап-көлөп, Ағас ултыртырмын баҡсамда. Икенсе көн.... Эшкә барыр инем,сәләм бирер өсөн дуҫтарға, Күҙҙәренә һуңғы тапҡыр бағып, Һәр берһенең ҡулын ҡыҫарға. Сығыр инем кисен баҡсабыҙға Ҡоштар һайрағанын тыңларға, Айлы төндә яңғыҙ ғына ҡалып, Сумыр инем сикһеҙ уйҙарға... Өсенсө көн... Әгәр насип итһә, тыуған ерем – атай нигеҙенә Баш эйәргә тиеп барырмын... Атам, әсәм рухына доғаларым уҡып алырмын, Нәҙер саҙаҡаһын һалырмын... Белмәйем дөрөҫ,белмәйем ялғыш, балам, Ике йөҙлө булып йөрөмәнем, Йылан һымаҡ борғаланып, шыуышып, Ҡуштанланып йәшәй белмәнем... Үҙ икмәгем үҙем эшләп таптым, Кеше өҫтөнән юҡ, көн күрмәнем, Матурлыҡты күрһәм, һөйөнә инем, Ғәҙелһеҙлек күрһәм, түҙмәнем... Хистәремде йүгәнләмәнем шул, Ни уйлаһам, һәр саҡ шуны әйттем, Тура әйтәм, тип туған үпкәләттем, Аңламайса дошман үрсеттем. Шул тураһы нығраҡ һеңә икән, Изгелегең бик тиҙ онотола, Үпкә хисе тыуа тегеләрҙә, Үс алырға улар ынтыла. Дүртенсе көн... Әгәр Хоҙай бирһә, барыр инем шулар янына, Бәхилләгеҙ мине, тиеп һорар инем, Түбәтәйем кейеп башыма. Изге йәндәр өсөн, улым, бел һин шуны, Өс көнө лә уның бик еткән, Ә мин бына шул кәмселек өсөн Бер көн ерҙә артыҡ йәшәрмен дә, Ғорур башым түбән эйермен дә, Ҡотолормон, бүтән интекмәм... Шунда бабай... кинәт туҡталды ла Уйы менән ҡалды яңғыҙы... Ғорур башын аҫҡа төшөрҙө лә, Тәмәкеһен ашығып ҡабыҙҙы. Күрәм...бик тә ауыр бабаҡайға Ғорур башын аҫҡа эйергә, Ваҡ йәндәрҙең ҡаршыһына барып, Бәхилләгеҙ мине, тиергә... Яҡты донъя менән һаубуллашыу Бик еңелдән түгел күрәһең... Ниндәй ныҡ көс кәрәк түҙәр өсөн, АЛДАН БЕЛҺӘҢ ҠАСАН ҮЛӘҺЕҢ... (Авторы билдәһеҙ).
АЛДАН БЕЛҺӘҢ ҠАСАН ҮЛӘҺЕҢ..
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"