Ремонт ваҡытына оҡшаш тауар бирелмәгән оҙайлы ҡулланыу тауарҙары исемлеге бар. Был ҡағиҙәне Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләй.
Исемлеккә:
автомобилдәр, прицептар, мотоциклдар һәм башҡа мототехника. Был категорияға инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар, ял итеү суднолары һәм йөҙөү саралары инмәй;
мебель;
гигиена әйберҙәре булараҡ һәм медицина маҡсатында ҡулланылған электр көнкүреш тауарҙары (мәҫәлән, электр ҡырыныу,, сәс бөҙрәләтеү өсөн ҡоролмалар, электр юрған һ. б.);
️ ризыҡ әҙерләү һәм аҙыҡ-түлекте термик эшкәртеү өсөн ҡулланылған электр, газ һәм газ-электр приборҙары.
️ граждандар ҡоралы;
ювелир изделиелары инә.
Һатыусы һеҙгә оҡшаш тауар тәҡдим итергә тейеш түгел – үҙегеҙгә һорарға кәрәк. Һеҙҙең талаптарҙы өс көн эсендә ҡәнәғәтләндерергә тейештәр.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан