Шешенеп яфаланһағыҙ...
Иртән тороуға битегеҙ шешенеп килеп тораһығыҙмы йәки көнө буйы йөрөп ҡайтҡандан һуң аяҡтарығыҙ шешенәме – һеҙгә түбәндәге рецепттар был проблеманан ҡотолорға ярҙам итер.
- 125 керән тамыры менән өс лимонды ҡабығы менән ит үткәргес аша үткәрергә. Ошо ҡатнашманы (бал ҡушырға ла мөмкин) иртәле-кисле ашарҙан 10 – 15 минут алда берәр балғалаҡ ашарға.
- Бер ҡалаҡ петрушкаға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне бер эскәндә берәр ҡалаҡлап көн дауамында эсеп бөтөргә.
- 5 – 6 яңы өҙөлгән ҡайын япрағына бер стакан һалҡын минераль һыу ҡойоп, төнгөлөккә төнәтергә ҡалдырырға. Һөҙөп алынған төнәтмә күҙ тирәһенең шешенеүен яҡшы бөтөрә. Бының өсөн кизе-мамыҡ туҡыманы йәки марля киҫәген ошо төнәтмәгә манып, 15-20 минутҡа күҙә тирәләй ҡуйырға кәрәк булыр. Ҡайын япрағына ҡайнар һыу ҡойоп, 3 сәғәт төнәтергә лә мөмкин. Шундай уҡ һөҙөмтә бирер.
- Аяҡтар шешенгәндә ярты килограмм имән йәки каштан ботағын ҡайнатып, ярты тәүлек төнәтергә һәм 10 көн буйы аяҡтарҙы һалҡынса төнәтмәгә 30-ар минут тығып ултырырға.
- Бер балғалаҡ етен орлоғона 1 л ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға. Кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, бер сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне эҫе килеш һәр 1,5 – 2 сәғәт һайын яртышар стакан эсергә.
- Танау шешенгәндә уны диңгеҙ тоҙ һалып иретелгән һыу менән сайҡатырға кәрәк. Тағы ла аш тоҙона ике тамсы йод һәм һыу ҡушып та ҡулланырға була. Сайҡатыу өсөн энәһе алынған шприцты ҡулланырға мөмкин.
- Петрушка емеше һәм тамырының онон бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ тәҡдим итәләр. Емешенең онона ҡайнаған һыу ҡушып, көнөнә 3 – 5 тапҡыр эсергә. Тамырынан һәм емешенән төнәтмә әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ сеймалды ике стакан ҡайнар һыуға һалып 8 – 10 сәғәт төнәтергә һәм көн дауамында берәр ҡалаҡлап эсергә.
- Аяҡтар шешенгәндә 100 г ҡарағай ылыҫына 1 л һыу ҡойоп, ярты сәғәт быуҙа тоторға. Ныҡлап һыуынғас, һөҙөп алып һалҡын һыу өҫтәргә һәм 15 минут аяҡтарҙы тығып ултырырға.
- Икешәр ҡалаҡлап һуған һуты эсергә. Бының өсөн кистән һуғанды нәҙек кенә киҫәктәргә ҡырҡҡыларға һәм өҫтөнә шәкәр һибеп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк һутын һығып алырға.