Бөгөн төндә Өфө ҡалаһының Лазурная 2А урамында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары "ВАЗ-21099" автомобилен туҡтата. Руль артында "Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының" 16 йәшлек 1-се курс студенты булыуы асыҡлана. Полиция хеҙмәткәрҙәре РФ Административ-хоҡуҡ кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғына эйә булмаған водитель идара иткән өсөн административ материал төҙөй. Бәлиғ булмаған баланың әсәһе лә саҡырыла. Бынан тыш, административ материалдар бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ебәреләсәк. Ҡағиҙә боҙоусының автомобиле махсус туҡталҡаға ҡуйылған.