Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышы стенограммаһы (БР Башлығы сайтынан):
Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле коллегалар!
Яратҡан Өфөбөҙҙөң 450 йыллығын байрам итеү алдынан, һеҙгә ҙур ихтирам һәм рәхмәт белдереп, юғары дәүләт наградаларын тапшырабыҙ.
Республиканың баш ҡалаһы һәр ваҡыт үҙенең хеҙмәтсәндәре менән дан тота. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө халҡы, заводтарҙа һәм фабрикаларҙа, госпиталдәрҙә хеҙмәт итеп, икмәк үҫтереп, авиамоторҙар, яғыулыҡ етештереп, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин Өфөнө «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән юғары исем менән билдәләне. Һәм беҙ был лайыҡлы исем менән ғорурланабыҙ.
Бөгөн Өфө – заманса, йылдам үҫешкән, шул уҡ ваҡытта йыйнаҡ мегаполис, унда уңайлы йәшәргә, эшләргә, лайыҡлы белем алырға мөмкин. Баш ҡалабыҙҙа ижад һәм тормошта үҙ урыныңды табыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған. Беҙ ҡала парктарын һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерәбеҙ, мөһим социаль объекттар төҙөйбөҙ.
Өфө – беҙҙең йөрәгебеҙ. Дөйөм алғанда, республика алдына ҙур бурыстар ҡуя алабыҙ. Әммә уңыштарыбыҙ тураһында тап баш ҡалабыҙҙан сығып фекер йөрөтәсәктәр.
Бөгөн был залда төрлө һөнәр вәкилдәре йыйылған. Һеҙгә батырлығығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, талантығыҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Һеҙ Өфө һәм Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ.
Бүләкләнеүселәр тураһында бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ.
Театр сәнғәтебеҙҙең легендаһы Сәүиә Ғимадлислам ҡыҙы Сираева актерлыҡ талантының, һөйкөмлөлөктөң, гүзәллектең символы булып тора. 70 йыл театр сәхнәһенә, үҙ тамашасыңа хеҙмәт итеү – тотош бер дәүер. Беҙ һеҙгә ихлас һоҡланабыҙ, хөрмәтле Сәүиә Ғимадлислам ҡыҙы.
Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә баш ҡалабыҙ хакимиәте башлығы Ратмир Рафил улы Мәүлиев етәкселегендә ниндәй ҙур эш башҡарылыуын барыбыҙ ҙа күрәбеҙ. Өфө командаһы артабан да шундай уҡ динамик идара итеү стилен күрһәтер, ҡатмарлы ҡала хужалығының барлыҡ яҡтарын да оҫта үҫтерер, тип ышанам.
Өфөнө бик яратҡан, ҡалабыҙҙың ихлас патриоттарының береһе, «Даско-Трейд» компанияһының бизнес-етәксеһе Александр Николаевич Антонов бында үҙ бизнесын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып бара. Күп йылдар уның командаһы сағыу ҡарарҙар тәҡдим итә, баш ҡалала туҡланыу индустрияһын, милли кулинария традицияларын, ҡунаҡсыллыҡ мәҙәниәтен үҫтереү буйынса мөһим башланғыстарҙы тормошҡа ашыра.
Өфөнөң 91-се гимназияһы директоры Александр Федорович Цаплин 40 йылдан ашыу ғүмерен педагогикаға бағышлаған. Александр Федоровичтың һөнәри оҫталығы, идара итеү һәләте һәм энтузиазмы һөҙөмтәһендә гимназия Өфөнөң иң көслө мәктәптәренең береһенә әүерелде. Уҡыусыларығыҙ һеҙҙе артабан да ҡыуандырһын.
Бөгөн беҙ шулай уҡ билдәле хирург, «Алтын скальпель» премияһы лауреаты Артур Марс улы Авзалетдиновҡа лайыҡлы награда тапшырабыҙ. БДМУ клиникаһының торакаль хирургия бүлеге мөдире, робот хирургияһы өлкәһендә махсуслашыусы Артур Марс улы заманса методикалар буйынса ҡатмарлы юғары технологиялы операциялар үткәрә. Ҙур рәхмәт!
Өфө нефть техник университеты республиканың ғорурлығы булып тора. Бөгөн беҙ уның ректоры, билдәле ғалим Олег Александрович Баулинға награда тапшырабыҙ. 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт, патент, уҡыу-методик әсбаптар авторы, талантлы идарасы, мәғарифты ойоштороусы Олег Александрович Өфө дәүләт нефть техник университетының илдең терәк юғары уҡыу йорто булараҡ позицияларын нығытыу өсөн күп эшләй.
Ауыл хужалығы тармағының уңыштарында кадрҙар әҙерләүсе төп уҡыу йорто булған Башҡорт дәүләт аграр университеты мөһим роль уйнай. Юғары уҡыу йортоноң ректоры Илдар Исмәғил улы Ғәбитов заманса белгестәр әҙерләү сифатын күтәреү, ауыл хужалығы фәнен һәм дөйөм алғанда республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн бик күп эштәр башҡара.
Бүләкләнеүселәр араһында Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә оркестры начальнигы полковник Азат Ғәли улы Шахмөхәмәтов та бар. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатын тамамлаған яҡташыбыҙҙың күп йылдар ошо иҫ киткес ижади коллектив менән етәкселек итеүе – беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы күренеш.
Баш ҡаланың мәҙәни тормошон үҫтереүгә, ижади башланғыстарға күп йылдар Александр Анатольевич Петров уңышлы етәкселек иткән Ҡала мәҙәниәт һарайы ҙур өлөш индерә. Александр Анатольевич – оҫта һәм һиҙгер етәксе генә түгел, ә талантлы йырсы ла. Уның ижадын вокал сәнғәтен яратыусылар юғары баһалай.
Хөрмәтле дуҫтар!
Һеҙҙең һәр берегеҙ тураһында бик күп яҡшы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Бөгөн һеҙгә лайыҡлы наградалар тапшырыуыбыҙға бик шатмын.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһы менән ғорурланабыҙ, традицияларҙы хөрмәт итәбеҙ һәм Башҡортостанда бергәләп иң яҡшы киләсәк төҙөйбөҙ. Яратҡан ҡалабыҙҙың юбилейы һәм лайыҡлы наградаларығыҙ менән тағы бер тапҡыр ҡотлайым. Һеҙгә яңы һөнәри һәм ижади ҡаҙаныштар теләйем! Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға – һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек!
Фото: БР Башлығы сайтынан.