Был юл өлөшө – “Восток” М – 12 федераль тиҙ йөрөшлө магистраленең дауамы. “Автодор” дәүләт компанияһының идара рәйесе Вячеслав Петушенко белдереүенсә, юлдың әҙерлеге – 62 процент.
Әле 31 юл үткәргестә, ике юл сатында, 15 күперҙә, 10 биоүткәүелдә бара. Асфальт түшәргә әҙерлек, һыу үткәргес төҙөү, юл ситтәрен нығытыу дауам итә.
Юлдың бер өлөшөндә Ағиҙел аша күпер һалыу ҙа бара. 11 терәк-таяу ҡуйылған, эш 87 процентҡа башҡарылған. Федераль трассаның беҙҙең республика биләмәһендәге участкаһында 5300 кеше эшләй, 1775 берәмек техника йәлеп ителгән. Юл Дүртөйлө, Борай, Тәтешле райондары аша Екатеринбург яғына табан үтә.
Фото: Государственная компания «Российские автомобильные дороги».