"Экосервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең республика территорияһында алтын һәм көмөш сығарыу буйынса лицензияһыҙ законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуы асыҡлана. Район-ара прокуратура ҡарары буйынса юридик шәхес РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 15.44-се статьяһының 1-се өлөшө (законһыҙ рәүештә ҡиммәтле металдар сығарыу) буйынса 480 мең һумдан ашыу штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Бынан тыш, суд сығарылған ҡиммәтле металдарҙы дәүләт милкенә конфискациялай. Был турала Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.