Программаны БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тормошҡа ашыра, проекттың операторы - Туризмды үҫтереү үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма.
– Әлеге ваҡытта оло йәштәге граждандарҙың социаль әүҙемлеген һәм һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән программалар айырыуса көнүҙәк булды. «Башҡортанда оҙон ғүмерлелек. Туризм " төбәк Башлығы Радий Хәбировтың 55 йәштән өлкәндәр (ҡатын – ҡыҙҙар) һәм 60 йәштән өлкәндәр (ир-егеттәр) өсөн махсус туристик программалар тәҡдим иткән уникаль башланғысы булып тора, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Был проект оло йәштәге граждандарҙың һаулығын һәм әүҙем йәшәү рәүешен һаҡлауға йүнәлтелгән. Бер көнлөк туристик сәйәхәттәрҙе ойоштороуға республика бюджетынан 48 миллион һум бүленгән. Йыл аҙағына тиклем был проектта тағы ла 4 605 өлкән быуын вәкиле ҡатнаша ала.
Проектта ҡатнашыу өсөн https://долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында үҙ аллы теркәлергә мөмкин йәки теркәлгән урын буйынса республиканың муниципаль район, ҡала округы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә, унда белгестәр буласаҡ сәйәхәтсе менән бергә уңайлы маршрут һәм датаны һайлап, турҙы бронләргә ярҙам итәсәк.